“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу”акцияһы.
🌿Бөгөн Иҫке Сибай ауылы модель китапханаһында “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу”акцияһына ҡушылдыҡ. Диктантты онлайн форматта яҙҙыҡ.
🖊Был акция Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт телен үҫтереү һәм яҡлау фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан йыл һайын ойошторола.
🖊Диктанттың маҡсаты — башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү тора

