“Башҡортостан”дар менән осрашыу
📕📌Бөгөн Иҫке Сибай урта мәктәбендә республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәрҙәренең мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, ауыл активы, ойошма етәкселәре менән бик йылы осрашыуы үтте.📌📕
📚Сарала Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, БР Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире – Вәдүт Исхаҡов, гәзиттең баш мөхәррир урынбаҫары Алһыу Әһлиуллина, бүлек мөдире Гөлдәр Яҡшығолова, редакция журналистары Илдар Аҡьюлов ,Кәримә Усманова ҡатнашты.
📚 Ҡунаҡтар һөйләшеүҙә матбуғаттың бөгөнгө хәле, милли баҫмаларға яҙылыу барышы, гәзит биттәрендә донъя күргән мәҡәләләр, редакцияның әлеге ваҡытта ниндәй проекттар өҫтөндә эшләүе хаҡында һөйләне, туған телдә сыҡҡан баҫманан айырылмаҫҡа саҡырҙы.
📌Сара барышында редакция хеҙмәткәрҙәре гәзит уҡыусылар менән осрашып, күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу йолаһын , хеҙмәттәшлекте артабан да дауам итергә килеште.📌
📌Уҡыусы балалар тарафынан әҙерләнгән йыр-бейеү менән аралашып барған осрашыу юғары кимәлдә үтте.📌