logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

💙🤍💚Башҡортостан Республикаһы көнө!

Быуаттарҙы ялғап быуаттарға,
Мираҫ булып ата-бабамдан
Башҡортомдоң моңо, көйө, йыры
Йәшәп килгән борон-борондан.

Йөҙ сәскә һәм хәтфә үлән баҫҡан
Уралымдың ялан-туғайын,
Йөҙ сәскәгә ҡушып биргән
Хоҙай, Моң-хазина һалып, ҡурайын.
Дауыт Амангилдин.

Ауылыбыҙ мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһы көнө һәм Ҡурай көнөндә берләштерелгән, рух һәм мәҙәниәт тантанаһына арналған мәҙәниәт йорто, сәнғәт мәктәбе, китапхана менән берлектә әҙерләнгән сара үтте.

Ҡатнашыусылар байрамдың тарихы, дәүләт символдары, башҡорт халҡының йолалары, халыҡ геройҙары һәм тәбиғи төйәктең байлығы, халыҡ музыка ҡоралдары, республиканың танылған кешеләрен иҫкә төшөрҙе һәм үҙҙәренең республикабыҙҙы ниндәй кимәлдә белеүҙәрен күрһәттеүсе викторина һорауҙарына яуап бирҙе.

Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбе курай класы уҡытыусыһы
Ильдар Һатыбалды улы Хәсәнов урманда үҫкән көпшәнән ҡурай эшләп, һөйләп, ҡурайҙа төрлө көйҙәр уйнап оҫталыҡ дәресен үткәрҙе.
Сарала ҡатнашыусылар өсөн тылсымлы ҡоралдың серҙәрен асып, ҡурайҙың төрлө төрҙәре, уйын техникаһы тураһында бәйән итте һәм уҡыусылары менән халҡыбыҙҙың бихисап билдәле көйҙәрен уйнап ишеттерҙе.
Ҡунаҡтар иғтибарына темаға ярашлы китап күргәҙмәһе лә тәҡдим ителде.

#иҫкесибайкитапханаһы