Беҙ бергә
📚 «Беҙ бергә» проекты сиктәрендә бөгөн Иҫке Сибайҙа прозаик, тәржемәсе, публицист, драматург, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты ,Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы,Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар Союзы ағзаһы Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы , Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы; Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре; Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Әбү Насыр Фараби исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы һәм Валентин Катаев исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Флүр Миншәриф улы Ғәлимов менән ҡыҙыҡлы,матур осрашыу булды.
📚Бик йылы осрашыу барышында телде һаҡлау, милли мәҙәниәтте үҫтереү, тарихҡа ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелде. Яҙыусылар үҙҙәренең хәҙерге ваҡытта ниҙәр ижад итеүе, ниндәй уй-хыялдар менән йәшәүен бәйән итте һәм сараға килеүсе һәр кешегә китаптар таратты.