logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

🍁Белем көнө менән китап һөйөүселәр!

🍁Белем нуры балҡый йөҙөбөҙҙә,
Ҡулда — китап, күңел түребеҙҙә.

🍁Белем көнө менән китап һөйөүселәр!

Беҙҙең китапханала белем көнөнә арналған китаптар күргәҙмәһе асылды.

Китап кәштәләре тағы ла йәнләнде: бында белем донъяһына әйҙәүсе серле әҙәбиәт тупланған. Һеҙҙе түбәндәге бүлектәр көтә:

🍁Классик әҙәбиәт: Ватан һәм сит ил оҫталарының мәңгелек әҫәрҙәре.
🍁Фәнни-популяр китаптар: ғаләмдең, тарихтың һәм заман технологияларының серҙәрен асырға теләүселәр өсөн.
🍁 Тыуған яҡты өйрәнеү: Башҡортостандың бай тарихы, арҙаҡлы шәхестәре һәм гүзәл тәбиғәте хаҡындағы баҫмалар.
🍁Балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте: йәш быуындың күңеленә хуш килерлек мауыҡтырғыс һәм фәһемле китаптар.

🍁Был китап күргәҙмә — яңы асыштарға, аҡыллы фекерҙәргә һәм онотолмаҫ тойғо- кисерештәргә ишек.
Яңы уҡыу йылын фәһемле китаптарҙан башлағыҙ)

Уҡығыҙ, өйрәнегеҙ, ижад итегеҙ!
Беҙҙең китапхана ишектәре һеҙҙең өсөн һәр саҡ асыҡ.
Күргәҙмәне үҙегеҙ килеп күреү мотлаҡ😉

#иҫкесибайкитапханаһы