🌿Бер һүҙ
Уйҙар аяҙып китһен дә,
Зиһен китһен яҙылып,
Китһен күңел күтәрелеп
Әйт шундай бер яңылыҡ.
Тартынма – булһа ла бер аҙ
Ялған, яңылыш, хата.
Тик тапалғанды һөйләмә,
Дөрөҫ булһа ла хатта.
(Дөрөҫөн генә әйткәндә,
Һатлыҡ йән ул дөрөҫлөк
Шыр ялған йөрөй хәҙер
Дөрөҫлөккә төрөнөп.)
Бар донъяны баҫып китте
Дөп-дөрөҫ бер төрлөлөк.
Әйт һүҙеңде… булһын ул һүҙ
Хәҙер үк үлтерерлек,
Тағы бер ишетер өсөн
Ҡабаттан терелерлек,
Ете көн илап йөрөрлөк,
Ете көн көлдөрөрлөк.
Сырҡылдап һайрап ебәрһен,
Туктап, осоп барған ҡош…
Бәй! Юҡмы ни ундай һүҙең,
Ярай, һау булып тор! Хуш!
Рәйес Түләков.
