Ҡәҙерғолов#85йыл
📚Ҡәҙерғолов Азамат Яхъя улы
(1938–1983) 📚– Байым Ишан нәҫеленән. Атаһы бик иртә вафат булыу сәбәпле һәм Ватан һуғышы килтергән етешһеҙлек, аслыҡта йәшәүҙән, бала сағы ауыр шарттарҙа үтә. Түбә ҡасабаһынан Темәс ауылына күсеп килгәс, “Һәүәнәк” совхозында тракторсы, һуңғараҡ комсомол ойошмаһы етәксеһе булып эшләй. Ул уҡыусыларына «Етем ялан» романы һәм «Илек бүләге» исемле китаптары менән таныш. Азамат Яхъя улының ғумере бик иртә фажиғәле рәүештә өҙөлә. Ул үҙенең 45 йәшен дә тултыра алмай яҡты донъя менән хушлашһа ла, үҙенең үлемһеҙ әҫәрҙәрен яҙып ҡалдырыуға өлгөшә. Шулай ҙа, бик күп ижади пландары тормошҡа ашырылмай ҡала. Ул нәшриәттә баҫылып сыҡҡан китаптарын күрә лә алманы.
Азамат оҙаҡ ваҡыт Баймаҡ һам Ҡырмыҫҡалы райондары гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, район, республика гәзиттәренә мәҡәләләр яҙып, өлгөргән һәм етди журналист булып таныла. Әҙәпле, кеселекле, изге күңелле кеше һәм үҙ эшенә ижади ҡарашлы, һәләтле журналист булды, тип иҫләйҙәр уны хеҙмәттәштәре. Уның алдағы тормош пландарында ҙур күләмле әҫәрҙәр ижад итеү ҙә була, ләкин… Әле уның архивында баҫылмай ҡалған бик күп ҡиммәтле ҡулъяҙмалар һаҡлана.
А.Ҡәҙерғоловтың “Етем ялан” романы,йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусы булараҡ район гәзитенә көнүҙәк темаларға мәҡәләләр, ауылдың алдынғы кешеләре тураһында очерктар яҙа. Тиҙҙән уны редакцияға хәбәрсе итеп эшкә саҡыралар.
Нисә йәшендә фәжиғәле вафат була. Был хаҡта 👉👉👉https://baimaklib.ru/novosti/etem-yalan-t-gel-m-h-bb-t-yalany/
Әйткәндәй, был мәҡәлә “Һаҡмар” гәзитенең 33-сө һанында (18 август, 2023 йыл, 8-се бит) донъя күрҙе.