logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «Көн мөғжизәнән башлана..»

Күренекле балалар яҙыусыһы
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның
«Көн мөғжизәнән башлана..» исемле китабын тәҡдим итәбеҙ.
Был шиғри йыйынтыҡта төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙар, шиғри әкиәттәр тупланған.

БЕҘҘЕҢ ШАМИЛ

Төн оҙоно беҙҙең Шамил
Смартфонда уйын уйнай,
Иртәнсәк һис тора алмай,
Тәүге дәрескә һуңлай.

Эте ғәрләнеп олой:
«Инде, ти, былай булмай».
Юрғанын тартып төшөрә,
Битен, күҙҙәрен ялай.

Әсәһе ҡарап торҙо ла:
«Улым, әллә Аҡтүш кенә
Йөрөһөнмө һабаҡҡа?
Ә һин тағы бишенсегә
Төшөрһөң, ти, ҡабаттан».

Малай елкәһен тырнай:
Уҡырға бармай булмай.
Белемһеҙ ҡалыуың бар бит
Смартфонда уйнай-уйнай.

#иҫкесибайкитапханаһы
#Башҡорт китабы аҙналығы