Хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусылар менән осрашыу

Бөгөн Иҫке Сибай модель китапханаһында йәш быуында илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғолары тәрбиәләүгә йүнәлтелгән сара үтте.
Сарабыҙға батыр йөрәкле, ҡурҡыуһыҙ, донъяға матур тормош, азатлыҡ килтереүсе хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙ Рәфил Рафаил улы Маннапов һәм Фәрит Кәүсәр улы Вәлитов ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы үҙенең рухлы шиғыры менән “Сулпылар” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ислам Әбдрәхимов сәләмләне.
Был фәһемле осрашыуҙа, ир-егеттәребеҙ һуғыш ауырлыҡтары, илһөйәрлек һәм хәрби бурыс тураһында һөйләне, уй-фекерҙәре, хәтирәләре менән уртаҡлашты, уҡыусылырҙың куп һорауҙарына яуап бирҙе.
Сара аҙағында, ир-уҙамандары, уҡыусыларға тормошта гел тырыш булырға,күберәк китаптар уҡырға, спортты яратырға, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да ныҡ булырға тигән кәңәштәрен бирҙе.
Ватанды һөйөргә һәм уларҙың тоғро улдары,лайыҡлы һаҡсылары булырға саҡырҙы.