Хәтер көнө
📌Сәйәси золом — илебеҙ тарихының иң аяныслы биттәренең береһе. 1991 йылдың 18 октябрендә РСФСР-ҙа «Сәйәси золом ҡорбандарын аҡлау тураһында»ғы закон ҡабул ителде һәм 30 октябрь — Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан ителде. 📌
📚Бөйөк илебеҙҙең ҡыҙыл менән яҙылған тарихи даталарынан тыш, ҡайғылы Хәтер көндәре лә бар.
Советтар Союзында 1937-1938 йылдарҙа 1 миллион 700 мең кеше нахаҡҡа хөкөм ителә, 725 меңе атып үлтерелә. Башҡортостанда 50 меңдән ашыу кешегә халыҡ дошманы тигән мөһөр һуғыла, тиҫтәләрсә мең кеше кулаклыҡта ғәйепләнеп, ситкә һөрөлә. 📚
📚Фажиғәле йылдар тулҡыны беҙҙең ауылға ла килеп ҡағыла. Сәйәси йәһәттән эҙәрләүгә дусар ителгәндәрҙең һаны дүрт тиҫтәнән ашыу тәшкил итә.
📚Ауылыбыҙҙың иң белемле, эшлекле,Совет власы төҙөүҙә, колхоздар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан кешеләре сәйәси золом хөкүменә дусар ителә.Күптәре бер тапҡыр суд приговоры буйынса иректән мәхрүм ителеү срогын тултырып ҡайтыуға ҡабаттан ҡулға алына.
(Мәғлүмәтте беҙҙең китапхана ла табырға була)
📌Тарихтың әсе һабаҡтарын беҙгә оноторға ярамай. Беҙ сәйәси золом ҡорбандары иҫтәлеген һаҡлайбыҙ, был ауыр һынауҙар аша үткәндәр алдында баш эйәбеҙ!📚
📚Ҡот осҡос михнәттәр ауырлығынан ғүмере өҙөлгәндәрҙе һәм үҙенең батырлығы, түҙемлеге менән азатлыҡ, гражданлыҡ хоҡуҡтары идеалдарын яҡлаған, иң яҡшы кешелек сифаттарын, кешеләргә ышанысын, Тыуған илгә һөйөүен юғалтмайынса, бөтә ғүмере аша үткәреп, балаларына һәм ейәндәренә тапшыра алғандарҙы онотмайбыҙ. 📚
📚Ул дәһшәтле йылдарҙың ауыр һынауҙарын үтеп сыҡҡан бындай аяныслы яҙмышҡа дусар булғандар, беҙҙең туғандарыбыҙ йәки яҡындарыбыҙ араһында ла бар. Был көндә уларҙы хөрмәтләп иҫкә алайыҡ! 🌺
📚Нахаҡҡа хөкөм ителгәндәр 1994 йылдан һуң ғына,федераль айында ҡанунға ярашлы аҡланды. 2000 йылда республикала, 2010 йылда ауылыбыҙҙа сәйәси золом ҡорбандары хәтеренә һәйкәл ҡуйылды. Улар хаҡында мәғлүмәттәр тупланған “Хәтер китабы” баҫылды.📚