logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

“Хәтерләйбеҙ! Хөрмәт итәбеҙ! Ғорурланабыҙ!”

🖌📚Бөгөн китапханала “Хәтерләйбеҙ! Хөрмәт итәбеҙ! Ғорурланабыҙ!”исемле патриотик марафон сиктәрендә Иҫке Сибай мәктәбенең 3 класс уҡыусылары өсөн (класс етәксеһе Карасова Гөлнәзирә Ғәлимйән ҡыҙы) әҙәби-патриотик сәғәт үтте. 🖌📚
📚Уҡыусылар “Кем һуң ул ысын патриот?”, “Нимә ул геройлыҡ?” тигән һорауҙарға яуап бирҙе, үҙҙәре белгән Бөйөк Ватан һуғышы тарихын иҫкә төшөрҙө, дәһшәтле йылдарҙы һүрәтләгән әҙәби әҫәрҙәрҙе, һуғыш геройҙарын барланы. “Балаларға һуғыш тураһында” тип исҽмләнгән китап мҽнән ентекләп танышты.
📚Китапта Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес хәрби ваҡиғалары: Ленинградты блокадалау, Мәскәүҙе обороналау, Сталинград янында, Курск дуғаһында алыштар тураһында мәғлүмәт,һуғыш осоро тарихы ябай телдә, ҡыҫҡа бүлектәрҙә, хәрби операцияларҙың даталарын һәм урындарын теүәл күрһәтеп бирелә. Китап балаларға Башҡортостандың һуғыш осоронда фашистик Германияны еңеүгә индергән тос өлөшөн күҙ алдына килтерергә ярҙам итә. 📚
🎗Сара һуңынан уҡыусылар ауылдағы Бөйөк Ватан һуғышы яуғирҙәренә арналған обелисска барып, һуғышта ҡатнашҡан ауылдаштарын ,тыл ветерандарын иҫкә алды.💐