Халыҡ-ара Ер көнө.
🌿Бөгөн,22 апрель Халыҡ-ара Ер көнөн билдәләйбеҙ!
Ошо уңайҙан Иҫке Сибай ауылы модель китапханаһы балалар менән уҡыу-яҙыу урынында түгел, ә саф һауала бик фәһемле әңгәмә үткәрҙе.
🌿Ерҙе, үҫемлектәрҙе, һыу ятҡылыҡтарын, һауаны һаҡлау тураһында һөйләштек.Сүп-сарҙы таҙартыу,ағастар ултыртыу мөһим сара булыуы тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
🌿Ә иң ҡыҙығы — балалар үҙҙәренең теләктәрен төҫлө аҡбур менән асфальтҡа төшөрҙө. Ниндәй генә матур, сағыу һүрәттәр килеп сыҡты!
🌿Барыһы ла Ерҙе яратырға, тәбиғәткә һаҡсыл булырға кәрәклеген аңлап таралышты.

