logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу

📚Бөгөн Иҫке Сибай ауылы модель китапханаһында яҡташыбыҙ – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, прозаик, драматург, публицист Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу утте. 🖌
📚Китапханаға яҙыусының ижадын һөйөүселәр, 7 һәм 10 класс уҡыусылары һәм уҡытыусылар йыйылды. Сара барышында әҙибәнең тормош һәм ижад юлына ,тетрәндәргес яҙмыштарҙы сағылдырған, тормошсан, йәшәү мәғәнәһен тәрәнерәк аңларға ярҙам иткән әҫәрҙәренә байҡау яһалды. 🖌
📚Хөрмәтле яҡташыбыҙ йылы һәм йәнле осрашыу барышында китап уҡыусыларының ижадына һәм тормошона, ғөмүмән, йәшәйешкә ҡағылған һорауҙарына тәрән хисле, төплө, уйландырырлыҡ яуаптары, аҡыллы кәңәштәре менән һоҡландырҙы. “Йәшәү дәүеремдә үҙемдән дә көслөрәк һәм юғарыраҡ булырға тырыштым. Әгәр шулай булмаһам, яҙа алмаҫ инем,” – тип яҙыусы ижад серҙәре менән ихлас уртаҡлашты, шиғырҙар ҙа уҡып ишеттерҙе. 🖌
📚Таңсулпан Ғарипова ижадына арналған “Тәнкәле ҡыҙ” район конкурсы еңеүсеһе Нәркәс Ишмырҙина башҡарауында яҙыусының хикмәтле әҫәренән яттан һөйләнелгән өҙөк, Фәнүзә Бүләкова, Гүзәлиә Сәлихҡолова һәм “Яҙгөл” йыр-фольклор халыҡ ансабленең йәнде иретерлек моңло сығыштары, күңел елкендергән Әһлей Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларының музыка ҡоралдарында башҡарған моңдары был күркәм сараның бәҫен тағы ла йәмләтеп ебәрҙе. 💐
📚Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған күңелдәргә рух, дәрт, өмөт өҫтәгән тулҡынландырғыс сара һәр кемдең күңеленә хуш килде.
📚Башҡорт әҙәбиәтенең, рухиәтенең ағинәһе, һутлы телле, үткер ҡәләмле журналисы, оҫта драматург, сценарист һәм бер үк ваҡытта ябай ҙа, бөйөк тә гүзәл ҡатын-ҡыҙ – Таңсулпан Ғарипова менән бөгөнгө осрашыу һәр кемдең күңелендә яҡты нур булып һаҡланһын!💐