logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

хеҙмәт уҡытыусыһы

#Годучителяинаставника
📚🖌Уҡытыусы эше-иң абруйлы һәм бер үк ваҡытта ауыр эштәрҙең береһе.
Тик ысын уҡытыусы ғына баланың артабан һәләтен үҫтерә, тормошта үҙ юлын табырға өйрәтә ала. Һөнәр ҙур сабырлыҡ, хеҙмәт, үҙ предметына ҡыҙыҡһыныу талап итә. 📚
🖌Беҙҙең Иҫке Сибай мәктәбендә бик яҡшы уҡытыусылар эшләй, шуларҙың береһе технология уҡытыусыһы Иҙрисов Ирек Фәйзрахман улы. Ул белгәндәрен уҡыусыларға өйрәтә, тәжрибәһе менән уртаҡлаша.🖌
Ирек Фәйзрахман улы 1962 йылдың 8 июлендә Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында донъяға килгән. 1969 йылда ошо уҡ ауылдың урта мәктәбенә уҡырға бара. Мәктәпте тамамлағас Әстрәхән дингеҙ флоты мәктәбендә уҡыуын дауам итә һәм уны 1980 йылда уңышлы тамамлай.
1980- 1982 йылдар6а армия хеҙмәтендә ил алдындағы бурысын үтәй. 1983 йылда Магнитогорск педагогия институтына уҡырға инә һәм 1987 йылда уҡыуын тамамлап, Иҫке Сибай урта мәктәбенә технология һәм черчение уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.
1986 йылда Баймаҡ районы Байым ауылы һылыуы Рәмзиә Әбдрәхим ҡыҙына өйләнә. Бер-бер артлы тыуған – ике ҡыҙ һәм бер малай матур, аҡыллы балалар булып үҫеп китәләр, уларҙы эйәле-башлы итәләр.
Мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләп бик күп тәжрибә туплай. Уның хеҙмәте «Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре» тигән билдә менән баһалана.
📚Технология-хеҙмәт уҡытыусыһы- уҡыусыларҙы донъяла йәшәүгә әҙерләүсе. Ә хеҙмәт – ул тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө йәки хатта тормош үҙе. 🖌
📚Малайҙар Ирек Фәйзрәхмән улының дәрестәрендә мауығып уҡыйҙар, ҡул эшенә өйрәнәләр, эш рәтен белеп үҫәләр. Ауылыбыҙҙа ысын ир-егеттәрҙең үҫеүенә, уларҙың уҡытыусыһы кеүек үк, һәр эш ҡулынан киләсәгенә ныҡлы ышанабыҙ.🖌