Икмәк – йәшәйештең иң оло байлыҡтарының береһе.
🌾
Баҡый замандан икмәк өйҙөң түрендә – ул етеш тормошто, туҡлыҡты аңлата.
Хеҙмәт итеү һәм үҙ икмәгеңде үҫтереү – ул ойошҡанлыҡ, ул берҙәмлек.
Өйөңдә икмәк бар икән, тимәк, Аллаһы Тәғәләнең фатихаһы бар, ти халыҡ.
🌾Баймаҡ ҡалаһында шаулап-гөрләп «Икмәк-fest», икмәккә дан йырау сараһы үтте. Иҫке Сибай һәм Татлыбай ауылдары берләшеп,байрам ҡунаҡтарына ҡамыр аштарының төрлөлөгөнән торған күргәҙмә ойошторҙо. Ҡунаҡтарға
ҡомалаҡ икмәген бешереү этабын сәхнәләштерҙе. Күпереп бешкән йылы икмәк менән май айының тәмле майы менән һыйланды улар.Ауылыбыҙҙың«Яҙгөл»ансамбленең йырлы-моңло «күсәнәсе» сәхнә түренән байрамға йәм өҫтәне.
Үҙ заманында гөрләп торған «Сибай» совхозы тураһында мәғлүмәттәр,сараға ҡатнашыусыларҙы яҡты хәтирәләргә осорнаны.
Татлыбай ауылы менән бергә әҙерләнеп ҡатнашҡан был сара, берҙәмлектә- көс, тигән төшөнсәне тағы ла бер иҫбатланы.
Икмәккә дан йырлаған был байрамдан һәр кем күтәренке кәйефтә таралышты.
#иҫкесибайкитапханаһы
