logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

“Илһөйәрлек рухы һүҙҙәрҙә лә, күҙҙәрҙә лә сағыла”

✍16 февраль көнө ауылыбыҙ үҙешмәкәр коллективы тарафынан әҙерләнгән
”Илһөйәрлек рухы һүҙҙәрҙә лә, күҙҙәрҙә лә сағыла” тип исемләнгән концерт үтте.
Сара ошо арала, Совет ғәсҡәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулыуға(15 февральдә) Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм көнүҙәк тема булып торған Украинала барған маҡсус хәрби операцияға бағышланды.
Ватаныбыҙ ситендә хәрби бурысын үтәгән бөтә яҡташтарыбыҙ тураһындағы хәтер һәм хөрмәт көнө булды.

✍Саҡырыуҙы кире ҡаҡмай килгән, Афғанстанда, Чечня, Кавказ һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән ветерандарыбыҙ, МХО ла ҡатнашыусы егеттәребеҙҙең ғаиләләре, ата- әсәләре концертҡа мәртәбә өҫтәне.