logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Инеү ирекле, кәйеф күтәренке!

🌿Йәй, эҫе көндәр, каникулдар… Ә йәш китап һөйөүселәр ваҡытты нисек файҙалы үткәрә?

Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра, урамда йәй айының эҫеһе хакимлыҡ итә. Күптәр күл буйҙарына йүгерә йә урман һалҡынын һайлай.Ә, беҙҙең китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙ бар ергә лә өлгөрә.

Сөнки,бында уларҙы яратҡан әкиәт геройҙары көтә: ғәййәр Урал батыр менән һылыу Һомай, аҡыллы Толпар һәм башҡа бихисап мауыҡтырғыс персонаждар. Тылсымлы әкиәт донъялары ғына түгел, мажаралар ҙа етерлек! Йәш дуҫтарыбыҙ серле утрауға сәйәхәт итә, енбикәләрҙе еңеп сыға, алыҫ галактикалар гиҙә һәм тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты була ала.

🌿Китап — ул иң тоғро юлдаш һәм фантазияны үҫтереүсе иң шәп тренажер. Уҡыған һайын зиһен яҡтыра, фекер киңәйә, күңел байый. Каникулдар — белем туплау, яңы донъялар асыу өсөн иң шәп мәл.

Әгәр һеҙ был сихри донъяның бер өлөшө булғығыҙ килһә, рәхим итегеҙ!

Беҙгә ҡушылығыҙ!
Китапханабыҙҙа һәр кем үҙенә оҡшаған әҙәбиәте табыр. Беҙҙә генә көтөлмәгән мөғжизәләр, сикһеҙ хыялдар һәм онотолмаҫ тәьҫораттар донъяһы асылыр. 🌿Инеү ирекле, кәйеф күтәренке!
#иҫкесибайкитапханаһы
#Библиолето_2026