«Йөрәгемдә – бар донъяға һөйөү
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Фирүзә Абдуллинаның 65 йәшлек күркәм юбилейы уңайынан
«Йөрәгемдә – бар донъяға һөйөү» исемле шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте.
Районыбыҙҙың үҙәк китапханаһында үткән бәйгегә,Баймаҡ районы ауылдарынан һәм Баймаҡ ҡалаһынан төрлө йәштәге ҡатнашыусылар баһалама комиссияһы алдында сығыш яһаны.
Иҫке Сибай ауылы данын, шағирәнең “Сабыр ҡылайыҡ” шиғыры менән Абдрахимова Айгөл Мәхмүт ҡыҙы яҡлап || урын яуланы.
Бындай төр сарала тәүгә генә ҡатнаша Айгөл Мәхмүт ҡыҙы, ә шулай ҙа бар ихласлығы мөләйемлеген һалып, әҫәрҙе тасуири башҡарыуы һәм шиғырҙы йыр аша тулыландырып ҡуйыуы менән тамашасыларҙа һоҡланыу уятты. Айгөл Мәхмүт ҡыҙына артабанда яңынан яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ.
Әйткәндәй, Баймаҡ үҙәк китапханаһы ойошторған Фирүзә Абдуллинаның ижады буйынса шиғыр һөйләүселәрҙең конкурсы бик йылы атмосферала барҙы. Тәмле шиғриәт һәм шағирәнең йырҙарына сорналған тамашанан, күңел йылыһы илһам алып ҡаттыҡ.
