“Йөрәк сәләме”
❤📜🖌Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы иғлан иткән “Йөрәк сәләме” акцияһына ҡушылып Иҫке Сибай ҡатын-ҡыҙҙары ауыл китапханаһында,хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә күңел һәм йөрәк йылыһы ҡушып хаттар яҙҙы.🖌📜❤
Гуманитар ылау менән ебәреләсәк “Сулпылар” балалар баҡсаһы, мәктәп, “Аҡинәйҙәр” ойошмаһы, ҡатын- ҡыҙҙар ,ветерандар Советы гүзәл зат вәкилдәре сәләмдәре хәрби маҡсус операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә рух ныҡлығы, дәрт, көс өҫтәр тип ышанабыҙ.
📚Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын!🙏