“Йәшел Башҡортостан”
🌿Беҙҙең ғүмер менән
Ярышып үҫә имән,
Йәм-йәшеллек ҡаплай ерҙәрҙе…
Иҫке Сибай ауылы йылдағыса
“Йәшел Башҡортостан” акцияһында әүҙем ҡатнаша. Йәш ағас үҫентеләре беҙҙең ауылыбыҙға йәм өҫтәй.
🌿Ағас тураһында мәҡәлдәр.
🌿Ағас ағасҡа таяна, әҙәм әҙәмгә таяна.
🌿Ағас айыры үҫһә лә тамыры бер.
🌿Ағас ауыҙ, балта тел.
🌿Ағас балтанан ҡурҡа.
🌿Ағас башын ел борор, әҙәм башын һүҙ борор.
🌿Ағас бейек булһа ла, тамыры ерҙә
🌿Ағас ботаҡһыҙ булмаҫ, дан уртаҡһыҙ булмаҫ
🌿Ағас емеше менән, кеше эше менән.
🌿Ағас емешенән, кеше ҡыланышынан билгеле.
🌿Ағас та үҙ нәҫелен үҙе тирәһенә йыя.
🌿Алма ағасынан алыҫ төшмәҫ.
🌿Аптыраған һөлөк ағас тешләр.
🌿Арҡыры ятҡан ағасты буй һалмаҫ.
🌿Аҫылынһаң, ағастың аҫылына аҫылын.
🌿Ауырыу ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй.
🌿Бер ағас мейестә лә янмаҫ, ике ағас яланда ла һүнмәҫ.
