logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

“Йәшел Башҡортостан”

#ЗеленыйБашкортостан_ЙәшелБашҡортостан
🌲🌳🪣Ағас ултыртыу элек-электән иң изге ғәмәлдәрҙең береһе һаналған. Шуғалыр ҙа уны һәр кем күңел ҡушыуы буйынса ихлас башҡара.

🌳Иҫке Сибайҙар 27 апрелдә республикала иғлан ителгән «Йәшел Башҡортостан» акцияһына дәррәү ҡушылып ,”Себер һаулығы” волонтерҙары менән бергә, алдан әҙерләнгән 4 ерҙә (Ш. Сибаева урамында -“Башҡортостан аллеяһы,” Айсыуаҡ” битендә, платина эргәһендә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған обелискта) 8000 төп ағас ултыртты.

🌲 Акцияла ҡатнашыусыларға ағас ултыртыу ҡағиҙәләре аңлатылғандан һуң, халыҡ эшкә тотондо. Берҙәм эшкә ни етә, тигәндәй, 100 – ләгән кеше, бер нисә сәғәт эсендә үҫентеләрҙе ултыртып та ҡуйҙы.Ир- егеттәр ҡоймаларҙы рәткә килтерҙе.

🪣 Ағасты ултыртыу бер, уларҙы ҡарау, һыу һибеү ҙә мөһим эш. Ямғырҙар булмаһа ағастар көс йыйған осорона еткәнсе, һыу һибеп торорға килеште ауылдаштар. Берҙәмлек, һөйөү менән ултыртылған ағастар ерегеп китһен!

🌳Йылдар үтер, ағастар ауылды йәмләп шаулап үҫеп китер тип ышанабыҙ. Был беҙ үҫтергән йәшеллек, тип ғорурланырға яҙһын киләсәктә!