☄️Йыһан серҙәрен асты кескәйҙәр.
🚀Бөгөн китапханабыҙҙа Космонавтика көнөнә арналған бик йәнле һәм фәһемле осрашыу үтте.
“Сулпылар” балалар баҡсаһынан, мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө балалары тәрбиәсеһе Утарбаева Ә.М ҡатнашты. Улар өсөн «Космос» темаһына арналған китаптар һәм энциклопедиялар менән танышыу ойошторолдо.
🛸Балалар йондоҙҙар, планеталар, космонавтар тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белде, китаптарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.
🪐Был осрашыу кескәй дуҫтарыбыҙҙа йыһан донъяһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты, тип ышанабыҙ.
☄Осрашыу һуңынан ️балаларға бүләккә космос тураһында буяу открыткалары тапшырып хушлаштыҡ.
🚀Киләсәктә лә бәләкәй дуҫтарыбыҙҙы тағын да, китапханала көтөп ҡалабыҙ!
Хеҙмәттәшлек күрһәткән тәрбиәселәргә рәхмәт❤
