“Йылы һүҙ-йән аҙығы”
#СвоихНеБросаем
Ауылыбыҙҙа халыҡты берләштереүгә йүнәлтелгән файҙалы, фәһемле саралар бик күп үтеп тора. Һәр сараның үҙ геройҙары һәм үҙенсәлеге бар.
Бөгөн Халыҡ- ара ҡатын- ҡыҙҙар көнө уңайынан ауылыбыҙҙың Украинала барған маҡсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙҙең әсәләрен, ҡатындарын иғтибарһыҙ ҡалдыра алманыҡ.
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы бер аҙ донъя мәшәҡәттәренән арынып, күрешеп-һөйләшеп алыу, хәл белешеп, һүҙ ярҙамында булһала, күңелдәрен күреү маҡсатында ауыл модель китапханаһына осрашыуға саҡырҙыҡ.
“Йылы һүҙ – йән аҙығы” тип бушҡа әйтмәй бит халыҡ мәҡәле.
Кешегә ҡайһы саҡта бер йылы һүҙ, йылы ҡараш, самауыр артында күңелде бушатҡансы һөйләшеү ҙә етә.
Саралағы һәр ҡатын үҙҙәренең уй-фекере, кисерештәре менән уртаҡлашты, Һалдаттарыбыҙҙың имен-һау ,теүәл ҡайтыуҙарын теләне.
Һәммәһелә күңел биреп туйғансы һөйләшеп, ҡатын- ҡыҙҙар Советы ҡыҙҙары әҙерләгән өй ризыҡтары менән тәмле сәй эсеп, бүләктәр алып,ойоштороусыларға рәхмәтле булып таралышты.
Ауылыбыҙҙың “Үҙәк” кибете хужалары Йыһаншиндар ғаиләһенә ләлә сәскәләре өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын!