Йырым йәшәр…
🍂Ҡайғылы хәбәр.
Ауылдашыбыҙ билдәле башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист. Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы
Мотал Зәкирйән улы Рәмов вафат.
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Әҙиптең йәне йәннәттә булһын 🙏

Йырым йәшәр…
Бер көн килеп ерҙә мин дә булмам…
Барыһы ла ҡалыр үткәндә.
Эх, беләһе ине – ниҙәр булыр
Һуңғы һулышымды көткәндә?
Ни булһа ла, бары яҡшы булһын,
Яҡындарым торһон янымда!
Тик бер үтенесем Аллаһыма –
Булһам ине һәр саҡ аңымла!
Кисерегеҙ, әгәр ғүмеремдә
Үпкәләткән булһам аңһыҙҙан.
Шәп сағымда тормош юлдарында
Түгел инем мин дә моңһоҙҙан.
Тәҡдир мине төрлөсә һынаны…
Сараһыҙҙан түктем йәшемде…
Ҡай берәүҙәр маҡтар урында ла
Юҡҡа һалды барлыҡ эшемде…
Көйҙөм, яндым… Тик үҙемсә ҡалдым,
Һис үпкәм юҡ… Шулай кәрәктер…
Донъяныҡы фанилыҡта ҡалһын,
Кисерә белгәндәр бик һирәктер!
Йылдар үтер, һуңғы төйәгемде
Күк үләндәр ҡаплар тын ғына.
Яйлап онотолормон, тик шулай ҙа
Бер моң булып йәшәр йыр ғынам…
Мотал Рәмов.