Үкенес ялҡыны ялмаған күңел, уңалмаҫ йөрәк яраһы, күҙ йәштәре аша ғорурлыҡ…
Кисә район мәҙәниәт йортонда районыбыҙҙың илле әсәһе йыйылды һәм миҙал менән бүләкләнде. Уларҙың һәр береһенең бер уртаҡ йөрәк сире, бер уртаҡ ғорурлығы бар-һәр береһе герой ул тәрбиәләгән.
Герой әсәләр араһында беҙҙең ауылдаштарҙа бар.
Беҙ бер ниндәй һүҙ ҙә, бүләктә әсә юғалтыуын баҫа алмаясағын аңлайбыҙ, әммә яугирҙәребеҙҙең батырлығы беҙҙең хәтерҙә һәм йөрәктәрҙә мәңгегә һаҡланыр.🙏
Иң мөһиме, улын юғалтҡан һәр әсәгә үҙҙәрендә көс табып, сабырлыҡ һәм ышаныс менән артабан да тормоштан йәм табып имен йәшәүҙәрен теләйбеҙ!
