logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Кеше хеҙмәте менән данлы

#проектАуылымйыльяҙмаһындаисемдәр
📌Бөгөн Әшрәф Минһаж улы Мотаевҡа 95 йәш тулыр ине, йәне йәннәттә булһын! 🙏

📚Оҙаҡ йылдар Сибай совхозында аграном булып эшләгән Әшрәф Минһаж улының исеме өлкән быуын кешеләренә яҡшы таныш.
Мотаев Әшрәф Минһаж улы 1928 йылдың 12 май айында Иҫке Сибай ауылында доңьяға килгән.
📚Ергә ереккән ауылдашыбыҙ тыуған колхозына ал-ял белмәй хеҙмәт итә.1958 йылдан “Ирәндек” колхозында агроном, 1964-1985 йылдарҙа Сибай совхозының баш агрономы булып эшләй. 1971 йылда Өфөләге Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.
🎖Хөкүмәтебеҙ тарафынан фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн Әшрәф Минһаж улы “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ” ордены (1976),“Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” (1958), “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалдары (1971), Социалистик ярышта еңеүсе билдәһе менән бүләкләнә.
📌Ауылдаштар уны өлгөлө атай һәм ир, тоғро һәм ышаныслы иптәш, ярҙамсы ауылдаш тип билдәләйҙәр. Тормош иптәше менән дүрт балаға ғүмер бүләк итәләр һәм тәрбиәләп үҫтерәләр. Үкенескә ҡаршы, 57 йәшендә генә ауырып вафат була.
📚Кеше хеҙмәте менән данлы, хеҙмәте барҙың хөрмәте бар, хеҙмәт эйәһе-хөрмәт эйәһе.
Фотола “Молотов” исемендәге колхоз,”Сибай” совхозы эшселәре.
1950-1960 й.й.