logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Китап – белем шишмәһе

 

 КИТАП

Тап әкиәт — миңә китап,

Һәр бите — серле ишек.

Асам шул ишектәрҙе,

Биттәрҙән биткә күсеп.

Бөтәһен күрәм унда,

Тоям урман шаулауын,

Йәшел ҡырҙар өҫтөнә

Ҡойоп ямғыр яуғанын.

Батыр кешеләр унда

Елкетә йөрәгемде.

Кескәй генә китаптан

Табам бар кәрәгемде.

  (Муса Ғәли)

Бөгөн 4 б класы уҡыусылары серле китапхана иленә ҡунаҡҡа килделәр.

Балалар менән китапхананың эше, китаптар менән танышып, йомаҡтар сисеп, фекер алышып, һүрәт төшөрөп күңелле ваҡыт үткәрҙек.

Сараның маҡсаты – йәш быуынды китап уҡырға йәлеп итеү.

#иҫкесибайкитапханаһы

#старосибайскаябиблиотека