logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Китап – тормош көҙгөһө!

🌿Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китап аҙналығына ярашлы китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо.
🌿Әҙәбиәт “әҙәп” һүҙенән алынған. Халыҡ ижады ынйылары, әҙәби әҫәрҙәр борон-борондан тәрбиә сығанағы булып торған. Йәш быуынға әхлаки, рухи тәрбиә биреүҙә әҙәбиәттең роле баһалап бөткөһөҙ. Үкенескә ҡаршы бөгөнгө йәмғиәттә әҙәбиәткә иғтибар кәмегәндән-кәмей бара. Китапты, телевизор, компьютер һәм башҡа техник саралар алыштыра.
Шундай шарттарҙа китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү мөһим.
🌿Китап- белем шишмәһе.
Кешенең белемле булырға ынтылыуы борн-борондан килә. Был бик тәбиғи, сөнки белемһеҙ кеше юҡ-барға ышанып йәшәгән.
“Белемгә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ” кеүек мәҡәлдәр аша халыҡ үҙенең белемгә ынтылыуын әйткән.

“Белем алам тиһәң ни саклы?
Һөй, хөрмәт ит, ярат китапты”
Ғ.Тукай

🌿Китап – тормош көҙгөһө!
Тормошто танып-белеү буйынса кешенең юғары күтәрелеүенә матур әҙәбиәт бик ныҡ ярҙам итә.
Әҙәби әҫәр аша тарихи ваҡиғаларҙы, ғаилә мөнәсәбәттәрен, этика нормаларын башҡа бик күп нәмәләрзе өйрәнеп була.

“Танып белеүҙә кеше ни ҡәҙәр юғарыраҡ күтәрелһә, күренештәр уға шул ҡәҙәр киңерәк асыла” ти, Радищев.

🌿Китап – кәңәш биреүсе.
“Юҡҡа ғына, яҡшы китапты беренсе тапҡыр уҡығас, үҙеңде яңы дуҫ осратҡандай хис итәһең” ти француз яҙыусыһы, философ-мәғрифәтсе
Ф.М. Вольтер

🌿Кеше, бигерәк тә үҫмерҙәр, төрлө һорауҙарға тиҙ генә яуап таба алмай аптырап ҡалыусан булалар, бына шунда уларға әҙәби китаптар ярҙамға килә ала.

Китап уҡыуҙы ойоштороуҙың нигҙе әҙәби әҫәрҙе уҡыуҙың әһәмиәтен аңлатыу
китаптар ярҙамға килә ала.
🌿Китап уҡыуҙың әһәмиәте күп яҡлап һәм ышаныслы дәлилләнһә генә, йәш быуынға әҙәби әҫәргә ҡарата тәрән ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға мөмкин.
#иҫкесибайкитапханаһы
#Всероссийская_неделя_детской_книги