logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

🌿Китапханала яңы шиғырҙар йыйынтығы Фәһим Әхмәров«Таңғы сәфәр».

АҠЫЛДАН ЯҘҒАН ӘҘӘМ.

Төнгә ҡарай яҙам аҡылдан,
Яңғыҙ сакта быға хаҡым бар.
Сөнки миндә инде нисә йылдар
Тағы бер кешегә ялҡын бар.

Ул ялҡынды кемгә бирәйем,
Кемдең ҡуйынына керәйем?
Өндәремдә күрмәгән кешене
Исмаһам төшөмдә күрәйем.

Нисә йылдар инде мин янам.
Был хаҡта ошолай уйланам:
«Тоғро булып ярата белһәм дә,
Яңғыҙлыҡта һаман уянам».

Башҡалар гел һөйөүен таба,
Бына мине көйөүем таба.
Зарланмайым, юҡ-юҡ, хәҙер мин бит
Шыйыҡ майһыҙ көйгән бер таба.

Төнгә ҡарай яҙам аҡылдан,
Яңғыҙ сакта быға хакым бар.
Йөрәгемдә нисә йылдар буйы
Тағы бер кешегә ялҡын бар.
#иҫкесибайкитапханаһы