logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Китапханалар көнө

28 май көнө район китапханасылары Бөтә Рәсәй китапханалар көнө уңайынан байрам кәңәшмәһенә йыйылдылар. Беренсе өлөш эшлекле һөйләшеүҙән башланһа, икенсе өлөшөндә район Хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина, район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова , “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Монасипова һәм китапхана директоры Зилә Мортазина алдынғы китапханасыларҙы тәбрикләп үтте. Быйылғы йылда “Иң яҡшы китапхана” исеменә 2 Этҡол ауыл китапханаһы лайыҡ булды, уға вымпел һәм аҡсалата бүләк тапшырылды. Байрам талантлы китапханасыларыбыҙҙың сығыштары менән тамамланды.