logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина менән осрашыу.

🍁Заман нисек кенә һынаһа ла
Ҡәҙерлеһе Ерҙә-
Ил, Әсәм!
Л. Абдуллина.

Беҙҙең Иҫке Сибай урта белем биреү мәктәбендә ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә ваҡиға булды:Республикала Рәсәй Халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған, “Беҙ бергә” ижтимағи- мәҙәни проекты сиктәрендә журналист, шағир һәм тәржемәсе, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина менән осрашыуға йыйылды.

Лариса Хашим ҡыҙы сикһеҙ илһөйәрлек, Тыуған илгә һөйөү һәм дуҫлыҡ хаҡында ихлас һөйләне. Ул үҙебеҙҙең тамырҙары онотмау, олатай-өләсәйҙәребеҙҙе хөрмәт итеү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Тормош ниндәй генә хәлдәр килтереп сығармаһын, кеше булып ҡала белергә кәрәк», — тине ул, йәштәрҙе намыҫлы һәм ныҡышмалы булырға саҡырып.

Осрашыу күңелле концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.Сәнғәт мәктәбенең уҡытыусылары, «Атайсал» балалар өлгөлө бейеү ансамбле һәм Айгөл Абдрахимова, Рабиға Курпасованың сығыштары —бейеү, йыр-моңдары сараға йәм дәрт өҫтәп, ҡунаҡтарҙы һоҡландырҙы.
Китапхана тарафынан әҙерләнгән күсмә күргәҙмә. Лариса Хашим ҡыҙының ижады менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирҙе.

Бындай рухлы осрашыуҙар балаларға ғына түгел, ә барыбыҙҙың да күңелендә туған телгә, әҙәбиәткә һәм тыуған еребеҙ тарихына ҡарата оло һөйөү тойғоһо тәрбиәләй һәм ғорурлыҡ уята.

#иҫкесибайкитапханаһы