💙🤍💚«Мәңге балҡы Башҡортостан»
Моңдарымдың моңо һиңә,
Башҡортостан – төйәгем һин.
Һиндә тыуып, һиндә үҫтем,
Берҙән-берем, йөрәгем һин.
Һулап туймаҫ – һауаларың,
Йомарт ерең – иҫ китмәле!
Байлығыңды һанар өсөн
Белеп торам һүҙ етмәҫен.
Баҫыуҙарың, диңгеҙ төҫлө,
Иҫкән елгә тулҡын һирпә.
Башын эйгән башаҡтарҙа
Бөртөк-бөртөк йәшәү тиртә.
Хазинаға, Башҡортостан,
Һәр тарафың һинең тулы.
Ҡабынғанһың уралымдың
Күкрәгендә йондоҙ булып.
Уйымда һин, ҡанымда һин,
Башҡортостан – ғәзиз әсәм.
Киң ватандан ҡеүәт алып,
Мәңге балҡы, мәңге йәшә!
Башҡортостан – ғәзиз әсәм.
Р. Йәнбәк.
💙🤍💚 11октябрь Башҡортостан республикаһы көнө. Иҫке Сибай модель китапханаһында байрамға ярашлы китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо.
Килегеҙ, күрегеҙ, уҡығыҙ!
#иҫкесибайкитапханаһы
#Башҡортостанреспубликаһыкөнө
