Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө
#проектАуылымйыльяҙмаһындаисемдәр
#проектИменавлетописисела
📚Һәр медицина учреждениеһының төп ҡиммәте – коллектив. Иҫке Сибай ауылы табиб амбулаторияһында бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ бурыстарын сифатлы башҡара һәм һәр кешегә ҙур теләк менән ярҙам күрһәтә. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Варис Мулланур улы Шәкиров етәкселегендәге берҙәм коллективта ғүмерҙәрен иң изге һөнәр – кеше һаулығын хәстәрләүгә арнаған, һөнәренә яуаплы ҡараған, сабыр, мәрхәмәтле,үҙ эшенең профессионалдары эшләй . 📚
📌Ә инде теш табибы-йәмғиәтебеҙҙә иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Был табиптар тештәребеҙҙең һаулығы өсөн көрәшә, матур йылмайыу бүләк итә, беҙҙе теш ауыртыуынан ҡотҡара. 📌
📌Бөгөн һүҙебеҙ күп йылдар ауылыбыҙ дауаханаһында хеҙмәт иткән теш табибтары хаҡында булыр.📌
📚Ярҙамсыл, ихлас балалар теш табибы Ғәбитова Гөлсирә Рәхимйән ҡыҙының бар булмышынан изгелек, мәрхәмәтлек бөркөлә. Үҙ һөнәрҽнә тоғро һәм яуаплы булыуы һоҡландыра.
Гөлсирә Рәхимйән ҡыҙы, 1988 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының стоматология факультетын тамамлаған. Сибай ҡалаһының стоматология поликлиникаһында интернатура үткәндән һуң Иҫке Сибай участка дауаханаһына эшкә ебәрелә.
📌Әбйәлил ҡыҙы, Иҫке Сибай килене ғаиләһенән дә уңған булдыҡлы , егәрле ханым. Тормош иптәше Фәрит Морат улы менән бер ул, бер ҡыҙ үҫтереп, оло тормошҡа сығарғандар. Әйткәндәй, ҡыҙҙары Нәйләлә әсәһенең юлын дауам итҽп,медицина юлын һайлай һәм әлеге ваҡытта белем ала.
Гөлсирә Рәхимйән ҡыҙының эш стажы 34 йыл тәшкил итә. Дауахана эшләгән осорҙа даими рәүештә үҙемдең профессиональ кимәлен күтәрергә ынтыла. 1993 йылда Санкт – Петербург ҡалаһында квалификация күтәреү курсын үтә. Йылдан йыл БДМУ-ла професссионал белемен камиллаштырып тора.
Тейешле медицина ярҙамы күрһәтеп кенә түгел, мөләйемлеге, ихласлығы һәм яғымлы һүҙе менән дә дауалаусы теш табибы Гөлсирә Рәхимйән ҡыҙы.
📌Иҫке Сибай дауаханаһының бик яҡшы белгестәреннең тағы береһе Марсел Мәхмүт улы Батталов.
📌Марсел Мәхмүт улы 1965 йылда Ейәнсура районы Ибрай ауылында доңьяға килгән.1984 йылда Салауат ҡалаһында медицина училищеһын тамамлағас, Ейәнсура районында фельдшер булып эшләй. 1984-1986 йылдарҙа Совет әрме сафында санитар-инструктор булып хеҙмәт итә. 1989-1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының стоматология факультетында белем ала һәм шул уҡ ваҡытта Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлегендә эшләп тә йөрөй.
Мәләүез ҡалаһының стоматология поликлиникаһында интернатура үткәндән һуң Ейәнсура районының Һаҡмар участка дауаханаһында стамотолог булып эш башлай.
📌1996 йылда яҙмышы Иҫке Сибай ауылына килтерә һәм Иҫке Сибай участка дауаханаһында эшен дауам итә.
📌Халыҡ сәләмәтлеге һағында торған хөрмәтле табип,37 йыл дөйөм стажы менән бөгөнгө көндә лә тоғро хеҙмәт итә.
Яуаплы,яҡшы белгес һәр пациентҡа иғтибарлы, йылы мөнәсәбәтле, бурыстарына намыҫ менән ҡарай.
Тормошта Марсел Мәхмүт улы бик егәрле, бар эшкә лә өлгөр ир-уҙаман йәмғиәт эштәренә лә битараф түгел. Ауылда үткән сараларҙа ҡатнаша, халыҡ менән бергә ҡайнап йәшәй.
📚Ауылыбыҙ дауаханаһында эшләгән аҡ халатлыларҙың ҡайһыһын ғына алып ҡараһаҡ та, һәр кеме үҙ урынында, барыһы ла хөрмәтле, үҙ хеҙмәтенең оҫтаһы булған белгестәр.
🌺Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ!🌺
Табиптарға, фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына, ғөмүмән, медицина өлкәһендә хеҙмәт иткәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен һәм изге теләктәрҙе еткерәбеҙ!
💐🌹Байрам көнөндә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, һәр ғаиләнең татыулығы һәм именлеге, тыныслыҡ, изгелек, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс теләйбеҙ!🌹💐