logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Милләтебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда!

Бөгөн Иҫке Сибай ауылы модель китапханаһында түңәрәк өҫтәл артында «Милләтебеҙ киләсәге – айыҡ, рухлы, иманлы йәштәр тәрбиәләү» тип исемләнгән туңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү үтте. Уның эшендә Баймаҡ районының хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ильгиз Хөрмәт улы Байымов, Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ишембәтов Ришат Вәкил улы, Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Байдәүләтова Гөлшат Рим ҡыҙы, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы врач-наркологы Азамат Хөрмәт улы Ҡашҡаров, Баймаҡ районы йәштәр үҙәге етәксеһе Сирғәлина Гөлсинә Фирғәт ҡыҙы һәм Иҫке Сибай ауыл биләмәһенең ойошма, учреждение белгестәре, етәкселәре, йәмәғәт ойошмаларының вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары ҡанташты.
Ҡатнашыусылар, йәштәр араһында алкоголизмды иҫкәртеүгә, үҫеп килгән йәш быуын һәм йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе, фекер алышты. Ойошмаларҙың айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән эшмәкәрлеге менән танышты.
Был йүнәлештә йәмғиәт ойошмалары әүҙем. Улар өмәләр үткәрә, сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе саралар ойоштора, эскән ғаиләләр менән тәрбиәүи эш алып бара, үҙҙәренең миҫалында йәштәргә матур өлгө күрһәтә.
Ауылыбыҙҙа иманлы, татыу, уңған, тәүфиҡлы балалар тәрбиәләгән ғаиләләр күп. Йәштәрҙең ауылда төпләнеп, матур ғаилә ҡороп, күп бала табып, уларҙы иманлы, рухлы, һау-сәләмәт итеп тәрбиәләүе үтә лә һөйөнөслө. Сарала ҡатнашыусылар йәштәрҙең әүҙемлеген, бөгөнгө быуындың һау-сәләмәт йәшәүенә, рухи асылына ҡайтыуына ыңғай йоғонто яһауы тураһында маҡтап телгә алды.
Эскелек, әлбиттә, тиҙ генә юҡҡа сыҡмаясаҡ. Әммә тамсы тама-тама ташты тишкән кеүек, был күмәк көс менән башланған эш тә ҡасандыр үҙенең маҡсатына өлгәшәсәк. Ә инде был яуызлыҡҡа, еңеп булмай, тип, ҡул һелтәп ҡуйһаҡ, халыҡ битарафҡа әйләнәсәк.
Милләт йәшәһен өсөн, тәү сиратта, айыҡ аҡыллы, батыр, тәүәккәл, намыҫлы, эшһөйәр, белемле йәштәрҙең булыуы мөһим икәнен барбыҙҙа аңлайбыҙ. Иң мөһиме — матур башланғыстар бар, уны артабан дауам итергә генә кәрәк.
Түңәрәк өҫтәл эшлекле шарттарҙа үтте һәм һөйләшеүҙән һуң ҡатнашыусылар район йәштәренә, йәмәғәтселеккә мөрәжәғәтнәмә ҡабул итте.