Милли кейем көнө
📚Башҡортостан республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнөн йылына ике тапҡыр — 2020 йылдан башлап апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләй. 📚
📌Милли кейеме көнө-иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе, төбәктә йәшәгән халыҡ йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә. Ә Башҡортостанда-160-тан ашыу милләт йәшәй.📌
📚Традицион халыҡ кейеме һәр ваҡыт тарихи, этнографик, социологик һәм фәнни күҙлектән йәмәғәтселек өсөн ҡыҙыҡлы булып ҡала, мәҙәниәтебеҙҙең мөһим өлөшө булып тора. Шуныһы шатлыҡлы: милли кейем бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған һәм күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, илһамландыра. Мәҫәлән, күп алдынғы модельерҙар үҙ коллекцияларында халыҡ костюмы элементтарын ҡуллана, хатта уның мотивтары буйынса коллекциялар булдыра. Тағы ла шуныһы: милли кейем менән этнографтар, тарихсылар, сәнғәт белгестәренән тыш, ябай халыҡ та ҡыҙыҡһына: улар араһында милли кейемде тегеүселәр, кейеүселәр, таратыусылар бихисап. Ғөмүмән, милли кейем – тарихыбыҙҙың, үҙбилдәләнешебеҙҙең сағылышы ул.