Ололар көнө

Ололар көнөндә ауылыбыҙ ойошмалары берләшеп оло йәштәгеләрҙе байрам менән ҡотлап мәсеттә сәй табыны ойошторҙо.
Ҡунаҡтар сәй табыны артында ихлас аралашты, илебеҙ тыныслығы өсөн аяттар бағышлап, доғалар ҡылды һәм ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп, алла бирһа осрашып торорға насип булыуын теләп таралышты.
Байрамға килә алмағандарға ауыл ойошмалары өйҙәренә барып байрам менән ҡотлап, күстәнәстәр таратты.
Лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ветерандарыбыҙ, хаҡлы ялдағы ололарыбыҙ!!! Халыҡ-ара Ололар көнө менән ҡотлайбыҙ. Ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө, йән тыныслығы, зирәк аҡыл, иң мөһиме – һаулыҡ -сәләмәтлек, иманлы тәүфиҡлы бәрәкәтле ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!
#Ололаркөнө