logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Ололарҙы ололау-яҡшылыҡтың билдәһе!

Бөгөн Иҫке Сибай ауылы моделле китапханаһында, ауылыбыҙҙың  олпат ир-уҙамадары Сибай үҙәк совхозы ветерандары менән осрашыу үтте. Осрашыуға Янбаев Ҡоддос Харрас улы, Янзигитов Миҙхәт Файзулла улы,Вәхитов Салауат Низаметдин улы,Байбуллов Фәйзиәхмәт саҡырылды.
Иҫке Сибай ауылы дөйөм белем биреү мәктәбенән  7 “Ш”  “Шайморатовсылар” синыфы уҡыусылары етәксеһе Хәмитова Ирина Рим ҡыҙы һәм 6 “Б” “Юнармейцы” уҡыусылары етәксеһе Кәримова Роза  Фазыл ҡыҙы килде.
Ауыл хакимиәте башлығы Сибаев Айнур Мөхтәр улы, мәртәбәле ҡунаҡтарҙы етеп килгән Ил һаҡсылары көнө менән ҡотлап, олпат ир уҙамандарға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Хөрмәтле ҡунаҡтарҙың күңелен моңло йырҙар менән Урал Набиуллин, Айгөл Абдрахимова,Рабиға Курпасова сорнаны.Мәҙәниәт  йорто,ауыл хакимиәте, ветерандар советы менән берлектә үткән саранан һуң олпат ил ағаларын иҫтәлекле бүләктәр тапшырып һыйлы табын ойоштороп оҙаттыҡ.