logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Патриотик дәрес- экскурсия

#Месячникпатриотическоговоспитания

✍19 февраль китапхана ла ,мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа илдең тарихи үткәненә ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында “Сулпылар” баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн патриотик дәрес- экскурсия үтте.( тәрбиәселәре Әнисә Мисбах ҡыҙы Утарбаева, Алһыу Динислам ҡыҙы Исчурина)

📚Кескәйҙәр дуҫтарыбыҙ илебеҙ батырҙарын барланы, китаптар менән танышты.

📚Сара һуңынан балалар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙға арналған обелискҡа экскурсияға барҙы.
Улар бөгөнгө тыныс тормош өсөн һәләк булған яугирҙар һәйкәленә рәхмәт йөҙөнән, үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡәнәфер сәскәләре һалды.

🌺Тәрбиәселәргә киләсәк быуынды тәрбиәләүгә индергән тос өлөш, изге эштәре өсөн ҙур рәхмәт!

🌺Алдағы тормоштарында балаларҙың аҡыллы, белемле,илһөйәр булып үҫеүҙәренә ышаныс ҙур!