Әсәләр көтәләр улдарын
#проектАуылымйыльяҙмаһындаисемдәр
#проектИменавлетописисела
#Старосибайскаясельскаямодельнаябиблиотека
#деньматери
#Әсәләркөтәләрулдарын
📚Әсәй булыу – яуаплы, ауыр, фиҙаҡәр хеҙмәт. Ә инде һалдат әсәһе булыу икеләтә ауыр. Тик ул ғына улы өсөн борсолоуҙың төндә йөрәкте нисек ҡыҫырыҡлауын, күңелдә ни тиклем тынғыһыҙ булыуын белә, ә башында бер генә һорау: “Нисек икән унда улҡайы?” 📚
📚Бөгөнгө геройыбыҙ—һәр иртәһен Украина ла барған маҡсус хәрби операцияла ҡатнашҡан улы һәм башҡа хәрбиләр өсөн доға ҡылып башлаусы, сабыр, баҫалҡы холоҡло,оло йөрәкле Ғәлиә Нурислам ҡыҙы Иҙрисова.
📌Ғәлиә Иҙрисова 1958 йылдың 13 декабрендә Нурислам һәм Ҡунаҡбикә Хәмитовтар ғаиләһендә икенсе ҡыҙ булып доңьяға килә. 1966 йылда Сибай ҡалаһының Алтын ҡасабаһындағы 3-сө һанлы башланғыс мәктәптә белем ала, артабан уҡыуын 4-се мәктәптә дауам итеп 1976 йылда тамамлай.
Хеҙмәт юлын СУ-1 ойошмаһында штукатур-маляр булып башлап ебәрә.📌
📌1977 йылда Иҫке Сибай ауылына Иҙрисовтар ғаиләһенә килен булып төшә.Тормош иптәше Фазулла Фәйзрәхмән улы совхоздың 1-се класлы механизаторы,эшһәйөр, һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә,социалистик хеҙмәт алдынғыһы була.
Матур ,татыу ғаилә өс ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп үҫтерәләр. 📌
📚Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәлиә Нурислам ҡыҙы 42 йәшендә генә тол ҡала. Бар донъя мәшәҡәтен иңдәренә йөкмәй ул. Көслө рухлы, тормош ауырлыҡтарына баш эймәҫ гүзәл зат ғәзиздәрен үҙҙәре теләген һөнәргә уҡыта, күркәм тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтыра. Хеҙмәт һөйөп үҫкән балалары әсәйҙәренә ярҙам итә. 📚
📚Уның балалары тыуған ауылын ташлап китмәй,төпләнеп, тырышып донъя көтәләр, барыһы ла ауылда өлгөлө ғаиләләр рәтендә. Ғөмүмән өс ейән, туғыҙ ейәнсәре бар.
Бөгөнгө көндә,Фәиз менән Руслан улдары “Башкирэнерго” ойошмаһында, Гөлназ Фазулла ҡыҙы “Сулпылар” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп йөрөйҙәр, Урал улы өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, инде бер йылдан ашыу алғы һыҙыҡта, МХО-ла ҡатнаша. 📚
📚Ғәлиә Нурислам ҡыҙы 2013 йылда “хеҙмәт ветераны” исеме алып хаҡлы ялға сығып Ҡөрьән-Кәримде уҡырға өйрәнеп, намаҙға баҫып, аяттар уҡый. Йәмәғәт эшендә лә әүҙем һәм ихлас ҡатнаша, ауылыбыҙ“Фәтихә” мәсетендә имамдың иҫәп-хисап буйынса ярҙамсыһы.
📚Уның эше ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән баһаланған.📚
📌🌺Яугир әсәләре… Оло йөрәкле, сабырлы, түҙемле, ғәзиз улдары өсөн минут һайын өҙгөләнеп уларҙы көткән әсәләргә һоҡланмай мөмкин түгел. Балаһын һуғышҡа оҙатҡан әсәгә хоҙай түҙемлектәр генә бирһен!
📌🌺Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең улдарығыҙ менән ғорурланабыҙ, улар һәр беребеҙ өсөн ысын геройға әйләнде. 🌺📌
🙏🌺Уҡыған көслө доғаларығыҙ,сикһеҙ әсә мөхәббәтегеҙ улдарығыҙҙы һуғыш яландарында һаҡлап ҡалһын һәм улар еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!🙏
🌺Яҡынлашып килгән Әсәләр көнө менән!🌺