logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

“Сәсәндәр йыйыны”

Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары сәсәндәренең тәүге төбәк конкурсы мәшһүр Сибай сәсәндең тыуған ерендә – Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында 2023 йылдың 2 мартында “Айыҡ ауыл-2023” республика сараһы сиктәрендә үткәрелде.
Сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашыусылар күп булыуы ҡыуандырҙы. Баһалама төркөмө әҫәрҙең төп нөсхәлә булыуына, һөйләү һәм сәхнә оҫталығына, башҡарыусының үҙенә генә хас үҙенсәлеккә эйә булыуына ныҡлы иғтибар бирҙе.
Һәр ҡатнашыусы үҙе ижад иткән әҫәре менән l турҙа һәммәһе егерме бер бәйгесе майҙан тотһа, II турға һигеҙ кеше үтеп сәсәндәр әйтешендә һынау тотто һәм бер-береһенә һорауға тос яуаптар оҫталығы буйынса көс һынашты.
Ғөмүмән бәйгенең йомғаҡтары ошолай булды;
III урынды Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Нәйлә Исхаҡ ҡыҙы Моталлапова,Айһылыу Әмир ҡыҙы Сәләхова, Сибай ҡалаһынан Сәриә Шәһит ҡыҙы Ҡотлоәхмәтова бүлеште.
II урынды Әбйәлил районы Хәмит ауылынан Илсиә Малыбай ҡыҙы Ҡасимова, Сибай ҡалаһынан Фәрһиә Мөғлитдин ҡыҙы Юнысова яуланы.
I урында Бөрйән районы Яңы Усман ауылы ир-уҙаманы Шәфҡәт Әхмәтғәзе улы Мәзитов алһа, Гран-Приға Әбйәлил районы Ҡыҫрас ауылынан Мәүҙиға Нәбиб ҡыҙы Баймөхәмәтова лайыҡ тип табылды.