logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Саңғыла йөрөү- сәләмәтлеккә юл!

Иҫке Сибайҙа “Айыҡ ауылда- айыҡ урамдар”
акцияһына ауылдың яңы төҙөлгән урамдарында йәшәүселәр (Атайсал, Вәхитов, Ишбердин,Мотаев, Заманов, Йәштәр һәм Надкин урамдары) киң ҡолас менән ҡушылды һәм бөгөн “Саф һауала саңғыла йөрөү” тип аталған, үҙенсәлекле спорт байрамы үткәрҙе.
Майҙансыҡҡа бәләкәс кенә саңғыларын тотоп кескәйҙәр ҙә, ярышта ҡатнашырға дәрт иткән ололарҙа бихисап йыйылды. Ауылдың күрше урам халҡы ла, ярышта ҡатнашам тип, саңғы кейеп дәртләнеп килде.
Ҡаҙанда Гөлсара менән Булат Кинйәбаевтар әҙерләгән тәмле ит ризығы бешә, өҫтәлдә шыжлап ултырған ялтыр самауырҙар, урамдарҙың уңған хужабикәләре әҙерләгән өй ризыҡтары. Халыҡты дәрләндереп, йәм өҫтәп музыка ағыла.
Байрамды асыу тантанаһынан һуң, сараға килгән бөтәһе лә, ярышты ойоштороусыларҙың береһе Сибай күп профилле профессиональ колледжы физкультура уҡытыусыһы Рәшит Салауат улы Саптаряпов етәкселегендә физик күнекмәләр эшләне һәм сараның иң йәнле өлөшө- ярыштар башланды.
Ярыш эстафета, шәхси беренселеккә һәр категория ла айырым үткәрелде.Саңғысылар дәртләнеп, сәмләнеп ярышты.
Мәүлитҡоловтар ғаиләһе шәхси “Буран” ҡарғиҙәрендә рәхәтләнеп уйнап, күҙҙәренән нур бөркөлгән, йөҙҙәре алһыуланған балаларҙы йөрөтте.
Байрам аҙағында һөҙөмтәләр билдәләнде. һәр категория ла еңеүселәр маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Байрамды ойоштороусы Гөлнара менән Фәиз Иҙрисовтар, Рәшит Саптяряпов, бағыусылар Кашҡаровтар ғаиләһе, “Миләш” кибете хужабикәһе Эльвира Ғәлләмова рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Был округтың депутаты Гөлсиә Ғиҙитдин ҡыҙы Шәриповаға , ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Байрам күңелле үтте. Барыһын да сәләмәт тормош алып барыуҙары, ялды файҙалы уҙғара белеүҙәре берләштерҙе.
Ошондай халыҡты берләштергән саралар күберәк үтһен. Ауылдаштарыбыҙ һау-сәләмәт булһын.