Шишмәләрҙе һаҡлау — тәбиғәтте һаҡлау ул!
🌿Тау аҫтынан сыға шишмәкәй,
Көмөш һыуын сәсә таштарға.
Тыуған ерҙең таҙа һыуҙары,
Тиң түгелдер башҡа яҡтарға.
5 май әүҙем ветерандар советы Муйылүҙәк шишмәһе янындағы ағастарҙы тәрбиәләп, тау итәгенә лә ағас үҫентеләре ултыртып ҡайтты.
Әйткәндәй, Муйылүҙәк шишмәһе һаҙлыҡҡа әйләнеп, юғалыр сиккә еткән еренән,ветерандар советы ойошмаһы тырышлығы менән үткән йыл төҙөкләндерелгән.
“Шөкөр былтыр сәселгән үҫентеләр имен-аман ҡышлап, бөрөләнгән.
Шишмәләрҙе һаҡлау — тәбиғәтте һаҡлау менән бер тиң. Уларҙы бысратырға ярамай, киреһенсә, уларҙы таҙартып, тәрбиәләп торорға кәрәк.”- ти ветерандар советы ойошмаһы ағзалары.
