Спорт залы яңы инвентарға байыны!
🌿«Батырҙың йөҙө — ҡоростай,
күңеле — арыҫландай»
– был мәҡәлдә халҡыбыҙҙың Тыуған илгә һөйөүе һәм тоғролоғо сағыла. Ысын ир-егеттәр үҙ илен яҡлап ҡына ҡалмай, ә уның киләсәге, халҡының һаулығы хаҡында ла хәстәрлек күрә.
Иҫке Сибай ауыл спорт залы яңы инвентарға байыны! Махсус хәрби операция ветераны Ишмурзин Рөстәм Ғаяз улы,ауылдаштарына спорт кәрәк-яраларын тапшырҙы.
Аллаға шөкөр, залда шөғөлләнеү өсөн шарттар артты, балалар ҙа, ололар ҙа рәхәтләнеп спорт менән дуҫлаша ала.
Ошондай яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Ватанды һаҡлап, тыныс тормошта ла изгелекле эштәр башҡарыу — ысын батырлыҡ һәм йөрәк йылыһы өлгөһө.
Рәхмәт һеҙгә, Рөстәм Ғаяз улы, изгелегең, ярҙамың өсөн!
Ауылдаштарыңдың сәләмәтлеге, бәхете хаҡына башҡарған эштәрең үҙеңә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!

