logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

🌿«Сулпыларға» сәйәхәт.

Бөгөн беҙ китапханабыҙҙың йомшаҡ айыуы Айыухан менән бергә «Сулпылар» балалар баҡсаһына ҡунаҡҡа барҙыҡ.

Кескәйҙәргә «Иң тәмле нәмә» тип аталған башҡорт халыҡ әкиәте уҡып, әңгәмә ҡорҙоҡ.Ҡыҙыҡлы сағыу һүрәтле әкиәт балаларға бик оҡшаны.
Ә,Айыухан балаларға бик күп ҡыҙыҡлы китаптар алып килгән.Бәләкәстәр тәрбиәселәре Нәфисә Байтимер ҡыҙы менән төрлө сағыу һүрәтле китаптарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны.Тәрбиәселәрен һәм мине төрлө һорауҙарға күмде) Тиҙерәк уҡырға өйрәнергә ине, тигән теләктәрен еткерҙе.
📚🧸Шулай итеп, Айыухан менән күсмә китапхана бик күңелле һәм файҙалы үтте.
Тиҙҙән бәләкәстәр үҙ аллы уҡырға өйрәнер һәм беҙҙең китапхананың йәш китап һөйөүселәре булып китер, тип ышанабыҙ!
#иҫкесибайкитапханаһы
#Библиолето_2026
#отдыхсредистрок