“Супер өләсәй”
📚Баланың балаһы балдан татлы, – тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәре менән шатланһа, ә балалар өсөн улар ҡурсалаусы-хәстәрләүсе тормош өлгөһө булып тора. 📚
📚Сибай ҡалаһында Балалар ижады үҙәгендә бишенсе йыл рәттән уңышлы «Супер өләсәй» тип исемләнгән ,һөйкөмлө, энергиялы һәм ижади өләсәйҙәр конкурсы үткәрелеп килә. 💐
Оло йәштәгеләрҙең буш ваҡытын ойоштороу һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау маҡсатында уҙғарылған сарала “өләсәй” статусына эйә булған 7 ҡатын-ҡыҙ араһында беҙҙеү ауылдаштар Бүләкова Фәнүзә Ирғәли ҡыҙы һәм Рәхмәтуллина Ильвера Владик ҡыҙы ҡатнашты.
Ярыш барышында өләсәйҙәр тамашасыларҙы үҙҙәренең ижади сығыштары менән таң ҡалдырҙы һәм конкурстың маҡтаулы исеме өсөн көрәште. Көслө өләсәйҙәр сәхнәгә сығып, тамашасыларға, әгәр һин әүҙем һәм киләсәккә пландар менән тулы булһаң, йәштең бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡлығын тағы бер тапҡыр иҫбатларға тырышты ,ҡунаҡтарға һәм жюри ағзаларына алдан әҙерләнгән ижади заданиелар күрһәтте, дефилела ҡатнашты, йырланы һәм бейене.
Ярыш сәмле барҙы. Ойоштороусылар бар эштәрҙе лә ҡарап сығып, еңеүселәрҙе билдәләне.
📚Ауылдаштарыбыҙ Рәхмәтуллина Ильвера Владик ҡыҙы “Иң бай өлөсәй” номинацияһында еңеүсеһе булһа, Гран-при һәм “Супер өләсәй-2023” төп маҡтаулы исемгә Бүләкова Фәнүзә Ирғәле ҡыҙы лайыҡ тип табылды.
💐Афариндар!💐Ҡотлайбыҙ!💐