logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Тәрбиәселәр көнө

#проектАуылымйыльяҙмаһындаисемдәр
#проектИменавлетописисела
#Годучителяинаставника
🌺🍂Хөрмәтле тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре һәм педагогик хеҙмәт ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ – Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ! 🌺Кешенең иң йылы хәтирәләре бала саҡ менән бәйле. Ул донъяны танып-белеү, беренсе асыштар менән бәйле бәхетле һәм шатлыҡлы осор, барыһы ла яңы ғына башланған мәл. Балаларын мәктәпкәсә учреждениеға тапшырған ата-әсәләр уларға унда уңайлы һәм рәхәт булыуын теләй. Шуға күрә кескәйҙәрҙе улар менән уртаҡ тел таба, ҡыҙыҡһындыра, таланттарын һәм һәләттәрен үҫтерә белгән тәрбиәселәр ҡаршы алыуы мөһим.
🌺📚Беҙҙең Иҫке Сибай ауылында Гөлшат Зиннур ҡыҙы Тулыбаева етәкләгән“Сулпылар” балалар баҡсаһында нәҡ шундай – балаларҙы яратып, күңел йылыһын биргән, уларҙы хәстәрлек менән солғаған тәрбиәселәр эшләй. Әүҙем тормош алып барған һәр бер тәрбиәсе заман менән бергә атлай, яңылыҡтарҙы нескә тойоп, үҙе аша үткәрә һәм эшендә киң ҡуллана.
🌺Балалар баҡсаһының ҡупшылығы, ярашлы итеп биҙәлеше, ҡулдан яһалған ҡулланма материалдарҙан — барыһын да, оҫта ҡуллы тәрбиәселәр булдырған. Бәләкәстәр өсөн унда бар шарттар ҙа бар, уйын бүлмәләре иркен, майҙансыҡ аллы-гөллө итеп биҙәлгән. Бинаны төрлө-төрлө сәскәләр биҙәй.🌺📚
📚Ошо коллективта үҙ эшен, балаларҙы яратҡан, тәжрибәле, бына инде егерме тиҫтәнән артыҡ эшләүсе тәрбиәселәрҙең тағы берәүһе Рәхимә Ғилметдин ҡыҙы. 📚
Хөсәйенова Рәхимә Ғилметдин ҡыҙы 1968 йылдың 27 майында Баймаҡ районының 2 – Этҡол ауылында доньяға килгән. 1976-1983 йылдарҙа урта мәктәпте тамамлағас ,Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡыуын дауам итә. 1985 йылда унынсы класты тамамлай. Шул уҡ йылда Өфөнөң 52-се ПТУ-һына “кондитер» һөнәре буйынса уҡырға инә. Уҡыуын тамамлаған йылды,1987 йылда Иҫке Сибай ауылына килен булып төшә. Тормош иптәше менән 2 ул тәрбиәләп оло юлға сығаралар.
📚Иҫке Сибайҙа 1987-2004 йылдарҙа “Сулпылар” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эш башлай. 1993-1996 йылдарҙа Сибай педагогия колледжында «тәрбиәсе» һөнәре буйынса белем алып, 2004 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем «Сулпылар»балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. 2011 йылда беренсе категорияға , 2019 йылда юғары категорияға аттестация үтә.
📚Хеҙмәте өсөн 2020 йылда Башҡортостан республикаһы мәғариф Һәм фән Министрлығынан рәхмәт хаты ; 2023 йылда Башҡортостан республикаһының Баймаҡ районы Муниципаль районы Хакимиәте почет грамотаһы менән бүләкләнә.
📚Эшен бөтә күңелен һалып башҡара Рәхимә Ғильмитдин ҡыҙы, кескәйҙәр менән уртаҡ тел таба, ҡыҙыҡһындыра, таланттарын һәм һәләттәрен үҫтерә белә. Уның һөнәри оҫталығы, йомарт күңеле һәм һайлаған эшенә тоғролоғо һоҡландыра.
📚🌺Йәш быуында мәрхәмәтлелек, ҡайғыртыусанлыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек, маҡсатлылыҡ хистәре тәрбиәләүегеҙ хөрмәт хисе уята. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, сабырлыҡ, һөҙөмтәле эш теләйбеҙ. Кескәйҙәрегеҙ һау-сәләмәт булһын, уңыштары менән йыш һөйөндөрһөн!🌺📚