Талантлы уҡытыусы
#проектАуылымйыльяҙмаһындаисемдәр
#проектИменавлетописисела
#Годучителяинаставника
📌🌺Бик талантлы, ижади кешеләр эшләй беҙҙең Иҫке Сибай ауылы мәктәбендә. 🌺📌
📚Бөгөн һүҙебеҙ, үҙ эшенең оҫтаһы булған,алдынғы ҡарашлы, тәжрибәле, иң-иңдәр рәтенә ингән уҡытыусыларҙың береһе Рәмзиә Әбдрәхим ҡыҙы Иҙрисова тураһында булыр.📚
📌Рәмзиә Әбдрәхим ҡыҙы 1963 йылдың 10 июнендә Баймаҡ районы Байым ауылында Зөләйха һәм Әбдрәхим Рамазановтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә.
Байым һигеҙ йыллыҡ, II Этҡол мәктәптәрен тамамлағас, ул үҙенең уҡыуын Магнитогорск педагогия институтында физика математика факультетында дауам итә. Студент йылдары тиҙ генә үтеп китә. Хеҙмәт юлын Ниғәмәт урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып башлай.
📕Тәжрибәле уҡытыусылар, талапсан етәксеһе – былар барыһы ла йәш белгес өсөн уҡытыусы һәнәренең нескәлектәренә төшөнөргә, өйрәнергә бик ныҡ ярҙам итә. 📕
📚1986-1987 йылдарҙа Әхмәр урта мәктәбендә эшләй. 1987 йылдың ноябренән Иҫке Сибай ауылында эш башлай һәм бөгөнгәсә ошо мәктәптә математика фәне уҡытыусыһы булып эшләй.
📚Эш дәүерендә төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә ҡатнашып призлы урын яулай.
📚Оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҙары булып эшләй, төбәк математика уҡытыусыларының етәксеһе.
🌺Үҙ бурысына һәр саҡ яуаплы ҡарауы, кешеләрҙе яратыуы, ярҙамсыл булыуы, эшсәнлеге менән хөрмәт ҡаҙана ул. 1993 йылда уның фиҙәҡәр хеҙмәте Рәсәй Федерация мәғарифы отличнигы исеме менән баһалана. 🌺
📌Был тормошта ҡәңәшле, мөхәбәтле, хеҙмәт яратҡан, тормош ығы-зығыһын сабырлыҡ менән үткәрә белгән ғаиләләр ғорур алға атлай. Был йәһәттән дә уларҙың ғаиләһе ауылыбыҙҙа күптәргә үрнәк булып тора. Рәмзиә Әбдрәхим ҡыҙы өлгөлө уҡытыусы ғына түгел, өйөндә уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын һәм әсәй. Тормош иптәше Ирик Фәйзрәхмән улы менән ике ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
📚Дүрт тиҫтә йылға яҡын мәктәптә уҡытыу дәүерендә меңәрләгән балаға төплө белем һәм тәрбиә биреп, уларҙың яҡты хыялдарына ҡанат ҡуйған оло тәжрибәле уҡытыусының уҡыусылары район олимпиадаларында алдынғы урындар яулай, дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса иң күп бал йыя, техник йүнәлешле юғары уҡыу йорттарына инә.
📚Шундай аҡыллы, бай зиһенле, киң күңелле, ғәҙел, өҙлөкһөҙ белемгә һәм камиллыҡҡа ынтылған, башҡаларҙы ла үҙенең артынан эйәрткән остаздарында белем алған быуын вәкилдәре ысын мәғәнәһендә бәхетле бөгөн.
🌺Кешеләргә ҡарата иғтибарлы, гел генә яҡшы ниәттә йәшәүсе Рәмзиә Әбдрәхим ҡыҙын етеп килгән уҡытыусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, артабан да бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт, һаулыҡ теләйбеҙ!🌺🌺🌺