Тематик китаптар күргәҙмәһе.
🌿ЕҢЕҮСЕ
Еңгән һалдат — төҫһөҙ рейхстагтың
Көмбәҙенә байраҡ ҡаҙағас,
Автоматын һалып иңбашына,
Маңлай тирен һөртөп, тын алғас,
Ултырҙы ла уның болдорона,
Кеҫәһенән алды кисетын.
Тәмәкеһен төргән килеш әйтте:
«Еттек! Юлдар булды бик ситен…»
Тартып бөткәс, тороп, кирелде ул,
Көл, туҙанды ҡаҡты өҫтөнән.
Ал байраҡҡа тағы ҡараны ла
Әйтте шунда ғорур төҫ менән:
«Дүрт йыл буйы көткән изге сәғәт
Һуҡты бөгөн. Ана, ул байраҡ!
Һәр бер һуғыш шулай тамамланыр,
Дошман килһә беҙгә теш ҡайрап!»
Ҡадир Даян.
- 🌿Иҫке Сибай ауылы модель китапханаһы Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тематик китаптар күргәҙмәһе ойошторҙо.
Етеп килгән Еңеү көнө менән дуҫтар!

