Тыуған яҡты өйрәнеү аҙналығы
#проектАуылымйыльяҙмаһындаисемдәр
#проектИменавлетописисела
📚Мағариф ветераны, тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе булараҡ ауылыбыҙҙа танылыу алған Утарбаев Сабит Сәмиғулла улы. 📌
📚Сабит Сәмиғулла улы 1952 йылдың 17 мартында Иҫке Сибай ауылында доңьяға килгән. 1969 йылда мәктәпте тамамлағас Сибай ҡалаһындағы автомәктәпте тамамлай, 1970-1974 йылдарҙа “Сибай” совхозында водитель, “Башкирэнерго” ойошмаһында электромонтер булып эшләй.
📌1971-1975 й.й. ситтән тороп Тау-байыҡтырыу техникумында белем ала, 1975-1977 й.й. Казанка ауылында физика, труд һәм физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. 1976-1981 й.й. Магнитогорск ҡалаһында педагогия институтының физика-математика факультетында ситтән тороп белем ала һәм 19825-1987 й.й. Сибай педагогия училищеһында информатика, физика , математика уҡытыусыһы булып эшләй. Училищеның хеҙмәт бүлеге мөдире вазифаһында яуаплы башҡара.
📌1995-2005 й.й. тыуған ауылына ҡайтып Иҫке Сибай урта мәктәбен етәкләй. 2006 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Сибай педагогия училищеһында хеҙмәт бүлеге мөдире, информатика уҡытыусыһы.
📚Сабит Сәмиғулла улы йәмғиәт эшенә, ауылы тормошона битараф булмаған кеше. Ауылыбыҙҙа бер нисә йыл рәттән, ветерандар Советы, урындағы Ҡоролтай рәйесе вазифаһын ихлас етәкләне.
📚Тыуған ауылыбыҙ тарихын тергеҙгән мәҡәләләре интернет селтәрендә, район баҫмаларында доңья күреп тора.