logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йыйылышы

#проектАуылымйыльяҙмаһындаисемдәр
#проектИменавлетописисела
📌Китапханала тыуған яҡты өйрәнеүселәр йыйылды , кәңәш ҡорҙо. 📌
📚Иҫке Сибай ауылы ветерандар Советы рәйесе Урал Хәсән улы Нәбиуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡова ауылыбыҙҙың тарихын һаҡлау һәм үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, тулыландырыу мөһимлеге хаҡында әйтеп үтте.
Шулай уҡ, бер нисә йыл элек планлаштырылған ауыл тарихы китабын өҫтәмәләр индереп,яңы китап сығарыу эшен тормошҡа ашырыу өсөн бөтә сараларҙы ҡулланырға кәрәк тигән дөйөм һығымтаға килде ҡатнашыусылар.
Ауылдашыбыҙ Ғәлиәхмәт Байтурин халҡының данлы үткәнен, ырыуҙар тарихын тикшеренеү эштәренә йәштәрҙе йәлеп итеү кәрәклеге фекерен әйтте.
📚Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы һәм Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы иғлан иткән крайҙы өйрәнеү аҙналығы сиктәрендә ойошторолған ,районыбыҙ ауылдары тарихына арналған ,китап авторҙары ҡатнашлығында “Ауыл тарихын яҙам” тип аталған район китапханаһында үткән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусы Сабит Сәмиғулла улы Утарбаев сара ла яңғыраған фекерҙәрҙе, эш алымдарын еткерҙе.
📚Ауылдың тарихи үҫешенә, арҙаҡлы шәхестәренә арналған йыйынтыҡҡа материалдар туплауҙы дауам итергә, икенсе аҙнала тағы осрашырға һөйләшеп таралышты ижади төркөм.